Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Иштәкбаева Ф.Ә. сайты

 

Хөрмәтле ҡунаҡтар!
              Мин һеҙҙе үҙемдең шәхси сайтымда күреүемә шатмын!
Был сайтта мин эш тәжрибәм менән уртаҡлашырға  теләйем.
Рәхим итегеҙ!
Эссе
Мин – уҡытыусы.

Мин – уҡытыусы, белем нурҙарын балаларға өләшеүсе. Уҡытыусы булыу бик изге һәм яуаплы һөнәр, сөнки ул кешелек алдында баланың, уҡыусының киләсәге өсөн яуап бирә, уның шәхес булып формалашыуында ҙур роль башҡара. Мине ошо яуаплы һөнәрҙе һайлауға ниндәй көс этәрҙе һуң? Мин уҡытыусыларымдан уңдым. Тормош юлымда күңелемде төшөрөрлөк, хәтеремде ҡалдырырлыҡ һүҙ әйткән бер генә уҡытыусыла булманы. Изге күңелле, эштәренә мөккибән киткән уҡытыусылар ғына осраны.Шуға күрә лә мәктәп минең өсөн яҡтылыҡ, изгелек иле. Әле лә шул ваҡыттағы дәрестәрҙе, кластан тыш сараларҙы, мәктәп йылдарының мажаралы ваҡиғаларын һағынып иҫкә алам. Бигерәктә беренсе уҡытыусым Гәли Бикбаев минең өсөн өлгө булды. Уның дәрестәрен көтөп ала, иҫем китеп тыңлай, һәр һүҙен, һәр хәрәкәтен отоп алырға тырыша инем. Бына шулай уҡытыусы һөнәренә булған һөйөүем, ҡыҙыҡһыныуым артҡандан- арта барҙы. Сибай педагогия учлишеһын, унан Өфө дәүләт университетын тамамланым. Үҙ сиратымда уҡыусыларыма төплө белем бирергә,күңелдәрендә йылы тәҫьораттар ғына ҡалдырырға тырышам. Минең башҡорт теле уҡытыусыһы булыуым миңә икеләтә талаптар ҡуя. Туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәрендә белем биреү менән бер рәттән милли үҙаң, фекерләү ҡеүәһе һәм ижади һәләттәрҙе үҫтереүҙе, рухи - әхлаҡи, патриотик , һәм, иң мөһиме, һәр яҡтан тулы үҫеш алған шәхес тәрбиәләүҙе төп маҡсат итеп ҡуям. Һәр баланың шәхси һәләттәрен үҫтереп ҙур тормошҡа әҙерләү бурыстарын да күҙ уңынан ысҡындырмайым. Һәр бала - талантлы шәхес, тик уны ваҡытында күреп үҫтерергә, киңәйтергә кәрәк. Йөрәктән сыҡҡан – йөрәккә етә- тигәндәр Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма үкенмәйем, яратҡан эшем ҡанат ҡуя, дәртләнеп эшләйем. Йылдар үтеп, күберәк тәжрибә туплаған һайын, уҡытыусы һөнәренең ҡөҙрәтле көсөнә ышанам. Бөгөн уҡыу-уҡытыу процессына яңы технологияларҙы ҡулланыу – уҡытыусы алдында торған төп талап. Замана менән бергә атларға тырышам. Шуғала заман уҡытыусыһы булыу, уҡыусыларҙа үҙ фәнемә ҡыҙыһыныу тыуҙырыу, уларҙың иғтибарын йәлеп итеү өсөн, төрлө ысулдар уйлап табам, яңы технологияларҙы үҙләштерәм һәм уларҙы уҡытыу процессында киң ҡулланам. Уҡытыусы булып эшләй башлауыма егерме алты йыл үтеп тә киткән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан эшемдән арыманым. Уҡыусыларымдың белем кимәле, район олимпиадаларында, район һәм республика конкурстарында әүҙем ҡатнашыуы, үҙемдең уңыштарым- ижади хеҙмәтемдең төп һөҙөмтәһе. Бәхетлемен: яратҡан эшем, ышаныслы хеҙмәттәштәрем, ныҡлы терәгем һәм таянысым – әсәйем,тормош иптәшем, балаларым, дуҫтарым, туғандарым бар. Һәр көн эшемә дәртләнеп барам,ғаиләмә талпынып ҡайтам. Мине уҡытып оло юлға сығарған атайыма, әсәйемә мең рәхмәтлемен. Улар минең бала күңелемә изгелек, кешелеклелек нурҙары, зирәклек, телһөйәрлек, илһөйәрлек орлоҡтары сәсте. Ололарҙы хөрмәтләргә, кеселәргә кеселекле булырға өйрәтте.

 

>